Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы уҙғарыла

Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы уҙғарыла

Башҡортостан һөнәрселәре 16-21 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡатнашасаҡ. ВДНХ-ға килеүселәр өсөн ватандаштарыбыҙ сәйләндән брошюралар, башҡорттарҙың ҡатын-ҡыҙ баш кейемдәре, башҡорттарҙың традицион биҙәүестәре, туҡыма ҡурсаҡтар, төрлө сигеүҙәр, тире, кейеҙ баҫыу һәм туҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. 

Оҫталар башҡорт костюмы комплекстары, көнкүрештә күндән эшләнгән әйберҙәр тураһында һөйләйәсәк, башҡорттарҙың бәйләнгән һәм туҡыма шәле, традицион һәм художестволы кейеҙ һәм башҡа бик күп нәмәләр менән танышасаҡ.

2023 йылдың 4 ноябрендә Мәскәүҙә ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асылды. Унда Рәсәй Федерацияһының бөтә 89 субъектының майҙансыҡтары тәҡдим ителде. Башҡортостандың космолет рәүешендә биҙәлгән стендында виртуаль турҙар, тематик саралар, артистарҙың концерттары, фермер йәрминкәһе ойошторолдо. 3 декабрҙә күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb