Мәскәүҙә «Боронғо Рәсәй» күргәҙмәһенә Өфө фотографтарының эштәре ҡуйылған

Мәскәүҙә «Боронғо Рәсәй» күргәҙмәһенә Өфө фотографтарының эштәре ҡуйылған
Мәскәүҙәге Рәссамдарҙың үҙәк йортонда «Боронғо Рәсәй» күргәҙмәһе асылды. III Дөйөм Рәсәй фестивалендә Өфөнән дүрт фотограф — Андрей Пестрецов, Рәмил Йосопов, Олег Меньков һәм Андрей Коротнев үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итә. Экспозицияла Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын сағылдырған ете ижади эш урын алған.

Рәсәй тәбиғәтенә арналған фотокүргәҙмә фестиваль майҙансығында төп урынды биләй. Күргәҙмәгә Байкалда, Ҡалмыҡстанда, Соловецк утрауҙарында, Алтайҙа һәм Арктикала төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡуйылған. Быйыл ойоштороусылар Волга йылғаһына ҙур иғтибар бүлгән. Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары — Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский, Федерация Советы башлығы Валентина Матвиенко ҡатнашыусыларҙың һөнәри кимәле юғары булыуын билдәләне.

Күргәҙмә 25 февралгә тиклем эшләй.


"Башинформ"

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb