Мәсетле ҡумыҙ музейында ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтәсәк

Мәсетле ҡумыҙ музейында ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтәсәк

Мәсетле ҡумыҙ музейы 2019 йылда үтәсәк ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһенә әҙерләнә.

Ҙур байрам уңайынан музей яңы коллекциялар, экспонаттар менән туплана. Әле унда 30 илдән йыйылған етмеш төр ҡумыҙ күрергә мөмкин. Билдәле музыкант Роберт Заһретдиновтың инструменттары ла музейҙа ҡәҙерләп һаҡлана. Тап уның башланғысында Мәсетле районында 2007 йылдан республика фестивале үткәрелә башлай.

Ҡумыҙ байрамы Мәскәү, Һамар, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Яҡут һәм Тыва республикаларынан йыйылған оҫталарҙы бер майҙанға туплаусы сараға әйләнә. Фестивалдә ҡатнашыусыларға музейҙа бай йөкмәткеле экскурсия әҙерләнә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Мәсетле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхҡәмова әйтеүенсә: «Хәҙерге ваҡытта ҡумыҙ эшләүсе оҫталарыбыҙҙы эҙләйбеҙ. Байрамға музейҙа оҫтаханалар асырға тигән ниәт бар. Әлбиттә, инструменттарҙы арттырыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ», ти.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb