Боһорман ауылында ремонттан һуң, мәҙәниәт усағы ҡайтанан эшләй башланы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты буйынса төҙөкләндереү үткәрелгән. Әбет ауыл биләмәһе башлығы Муса Ураҙбахтин әйтеүенсә, 200 мең һумға ремонт эшләнгән.
Быйыл Мәләүез районында «Реаль эштәр» проекты буйынса 18 объект файҙаланыуға тапшырыла.