Мәләүез районында 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыуҙы билдәләнеләр

Мәләүез районында 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыуҙы билдәләнеләр

Мәләүез районының Көнгәк тауы итәгендә «Көнгәктән Парижға тиклем» тигән халыҡ байрамы уҙҙы. Сара Рус армияһының 1812 йылғы һуғышта еңеүенә 210 йыл тулыуға һәм 1813-1814 йылдарҙа Европаны Наполеон хакимлығынан азат итеү буйынса Рәсәй армияһының сит ил походтарына арналған «Ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлегенә лайыҡ булайыҡ!» мәҙәни-тарихи фестивале сиктәрендә үткәрелде.

Байрам 1812-1814 йылдарҙа Наполеон менән һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәргә бағышланған мемориаль плитаға сәскәләр һалыуҙан башланды. Ул 2012 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына ҡарата асылған. Икенсе плита Көнгәк тауының үҙенә ҡуйылған.

Башҡорт атлыларын 1812 йылғы Ватан һуғышына оҙатыуҙы һәм уларҙы еңеү менән ҡайтыуын сәхнәләштереү байрамдың иң тулҡынландырғыс һәм сағыу өлөшө булды. Ике быуаттан ашыу ваҡыт үткәс, Көнгәк тауы йәнә бер тапҡыр шул тарихи ваҡиғаларҙың шаһитына әүрелгәндәй булды. «Парижға ла еттек беҙ» театрлаштырылған тамашала тарихи костюмдар файҙаланылды, башҡорт йолалары күрһәтелде.

Мәләүез районында 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыуҙы билдәләнеләр
Мәләүез районында 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыуҙы билдәләнеләр
Мәләүез районында 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыуҙы билдәләнеләр
Мәләүез районында 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыуҙы билдәләнеләр

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb