Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының еңеүсеһе-Тәскирә Даянованың «Ағинәй юлы» исемле китабы донъя күрҙе

Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының еңеүсеһе-Тәскирә Даянованың «Ағинәй юлы» исемле китабы донъя күрҙе

Башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүсеһе Тәскирә Даянованың урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн «Ағинәй юлы» исемле китабы донъя күрҙе.
Авторҙың халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр әҫәре уҡымлы. Изгелек менән яуызлыҡ, эскерһеҙлек менән мәкер, заман проблемаһы – әхлаҡһыҙлыҡ кеүек мәңгелек темаларҙы әҙибә тормошсан образдар аша бөтә нескәлектәрендә һүрәтләй, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.
Китапты нәшриәттең фирма магазинында һатыла. Бәйләнеш өсөн телефон: 246-55-09.

Даянова Тәскирә  Байрам ҡыҙы — башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы, 2008 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (1989), Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүсеһе (2014).

Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова  Асҡын районының Королев ауылында тыуған. Ата-әсәһе үҙҙәренең тыуған яҡтарына — Мәсетле районы Һөләймән ауылына күсеп ҡайтҡанлыҡтан, Тәскирә башта Һөләймән башланғыс, артабан Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә белем ала. 1966 йылда Өфөнөң 1-се педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.

Мәктәптә эшләгән йылдарында бәләкәйҙәр өсөн тәрбиәүи темаларға арналған ваҡ күләмле әҫәрҙәргә ҡытлыҡ тоя һәм үҙе ижад итә башлай. 1994 йылда «Аҡһаҡ ҡарға бүләге» тигән тәүге әкиәт китабы баҫылып сыға. Бер үк ваҡытта драма түңәрәге өсөн пьесалар яҙа. Йонос урта мәктәбенең драма түңәрәге ул йылдарҙа район һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа призлы урындар яулай. Уларҙың был уңыштарын «Башҡортостан» дәүләт телевидениеһы зәңгәр экрандан күрһәтә.

Пьесалар балаларҙа илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй, геройҙары юғары әхләки принциплы, батыр һәм изге күңелле. Был пьесалар «Ҡанбаба» (2002) тигән китабында донъя күрә.

2002 йылда Мәҙәниәт министрлығы менән Милли йәштәр театры бергәләп ойошторған мәктәп йәшендәге балалар өсөн ябыҡ пьесалар конкурсында призлы урын яулай һәм 2003 йылда «Артыҡбикә» пьесаһы Милли йәштәр театрында сәхнәгә ҡуйыла.

Тәскирә Даянова республика балалар баҫмалары «Аманат» һәм «Аҡбуҙат», йәштәрҙең «Шоңҡар» һәм әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси баҫма «Ағиҙел» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. 1989 йылда әкиәттәре өсөн «Аманат», ә 2006 йылда — «Һуңғы шырпы» повесы «Ағиҙел» журналдарының лауреаты була.

2008 йылда Республика балалар өсөн пьесалар конкурсында «Айҙар+Дилә» пьесаһы 2-се урын яулай.

2010 йылда «Изгелек уҡтыусыһы» тигән Өфө ҡала конкурсында «Балалар яҙыусыһы — үҫеп килгән быуынды рухи-әхләки яҡтан тәрбиәләүсе» номинацияһына лайыҡ була.

«Ышан, урман!» (2007) китабында повестар, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған. Уларҙа балалар тормошонда наркомания, социаль тигеҙһеҙлек, йәмғиәттә үҙ урыныңда табыу кеүек киҫкен мәсьәләр күтәрелә. Был әҫәрҙәр йәш уҡыусылар өсөн генә түгел, хатта ололар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы һәм актуаль.

2009 йылда Тәскирә Даянованың ололар өсөн «Һуңғы шырпы» тигән китабы донъя күрҙе. Китапҡа ингән повесть һәм хикәйәләрҙә ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары бәйән ителә. Хәҙерге буталсыҡ һәм ауыр заманда кешеләр тормошта үҙ урынын эҙләгәндә әҫәр геройҙары бәҫтәрен төшөрмәй, насар юлға баҫмай үҙ юлдарын табырға тырыша. Күңелдәрендәге изгелек, мәрхәмәт тойғолары уларҙы алға әйҙәүсе маяҡ булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb