М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрында өс көндән премьера

М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрында өс көндән премьера

20, 21 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Рөстәмдең сере» (Ғ.Ҡотой, С.Баженова инсц.) исемле яңы спектакль сәхнәгә сыға.  Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.

Әҫәрҙә ваҡиғалар 1941-се йылда бара. Рөстәм исемле үҫмер малай һуғышҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итергә хыяллана, әммә билдәле — балалаларҙы фронтҡа алмайҙар. Тап шул ваҡыт уға өлөсәһе тылсымлы абаға сәскәһе тураһында һөйләй – йәнәһе лә, уның сәскәһен ашаған кеше күҙгә күренмәҫ йәнгә әйләнеп, сихри көскә эйә була. Әммә абаға яҙ көнө, төн уртаһында ғына (ни бары бер-нисә секунд ҡына!) сәскә ата икән, уны өҙөп өлгөрөү мөмкин түгел тиерлек… Өләсәһенең хикәйәте малайҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй: ҡурҡыуын еңеп, төн уртаһында дөм ҡараңғы урманға бара, абаға сәскәһен табып ашай һәм күҙгә күренмәй торған кешегә әйләнә. Ул теләгенә ирешә: ата-әсәһенә хат яҙып ҡалдыра ла фронтҡа китә…

Спектакль авторҙары: Ҡуйыусы режиссеры Радион Букаев, рәссам-яҡтыртыусы — Евгений Ганзбург, инсценировка авторы — драматург Светлана Баженова, ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин.

Ролдәрҙә: Зилиә Ситдиҡова, Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Гүзәл Маликова, Ирек Булатов, Юнир Ҡоланбаев, Артур Ҡунаҡбаев, Урал Аминов.

Спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb