М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрының «Ҡоҙаса» спектакле сәхнәлә 150-се тапҡыр уйналасаҡ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрының «Ҡоҙаса» спектакле сәхнәлә 150-се тапҡыр уйналасаҡ

Иртәгә, 15 ғинуарҙа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының  «Ҡоҙаса» спектакле сәхнәлә 150-се тапҡыр уйналасаҡ.

Драматург Б.Бикбай һәм композитор З.Исмәғилев ижад иткән музыкаль әҫәр драма театрҙарында ла уңышлы бара. Геройҙарҙың дәртле уйын-йырҙары, оркестр, хор, халыҡсан юмор тормош хаҡында гүзәл йырға тиң, үлемһеҙ «Ҡоҙаса»ға тағы ла мәртәбә өҫтәй, бәҫен арттыра. Халҡыбыҙҙың музыкаль әҫәрҙәре араһында иң данлыҡлы, халыҡсан һәм популяр әҫәрҙе – «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын режиссер А.Абушахманов сәхнәләштергән. 

Спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә уйнала, башлана 19:00 сәғәттә. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb