М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрында «Ҡыҙ урлау» спектаклдең репетициялары башланды

М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрында «Ҡыҙ урлау» спектаклдең репетициялары башланды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһы буйынса спектаклдең репетициялары башланды.  

Спектакль Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Быйылғы 100-сө ижад миҙгеленең тәүге премьераһы тап ошо спектакль буласаҡ. Был пьеса беҙҙең театрҙа ла, республикабыҙ театрҙарында ла, башҡа төбәктәрҙә лә ҡуйылды, әле лә театрҙар репертуарында бара.

Спектаклдең режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев. Рәссамы — Альберт Нестеров.

Спектаклдең премьераһы 8 октябрь Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb