М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Грозный ҡалаһына «Федерация» фестивалендә ҡатнашасаҡ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Грозный ҡалаһына «Федерация» фестивалендә ҡатнашасаҡ

11-19 сентябрҙә Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында Бөтә Рәсәй «Федерация» милли театрҙар фестивале уҙа.

«Федерация» фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры  — «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһына лайыҡ булған, һуңғы миҙгелдәрҙә иң күп тамашасылар йыйған «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектакле менән ҡатнашасаҡ.

Башҡорт театры спектакле Грозный ҡалаһының М. Ю. Лермонтов исемендәге рус дәүләт драма театрының сәхнәһендә 15 сентябрь көнө күрһәтеләсәк.

Быйыл «Федерация» фестивале беренсе тапҡыр уҙғарыла һәм ул Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзы тарафынан Театр йылына арнап ойошторола. Шулай уҡ фестивалдә Карелия, Татарстан, Хакас, Бүрәт һәм башҡа республикаларҙан ҡатнашасаҡтар.

Афиша: http://stdrf.ru/news/2313/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb