Мостай Кәрим әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр өсөн Халыҡ-ара интернет- конкурс иғлан ителде

Мостай Кәрим әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр өсөн Халыҡ-ара интернет- конкурс иғлан ителде

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналып, шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр өсөн Халыҡ-ара интернет-конкурс иғлан ителде.

Йәштәрҙә шағирҙың ижади мираҫын популярлаштырыу,  үҫеп килгән быуынды ижади яҡтан ҡурсалау, әҙәби өлгөләрҙе пропагандалау һәм шиғриәткә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсаттарын үҙ эсенә ала бәйге.

Интернет-конкурста 4 йәштән алып һәр кем ҡатнаша ала. Конкурста мәктәпкәсә йәштәге балалар, мәктәп уҡыусылары һәм ололар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Төп шарт-Мостай Кәрим әҫәрҙәре декламацияһының видеояҙмаһын тәҡдим итеү.

Сығыш яһаусы шағирҙың ниндәйҙер әҫәрен яттан, музыкаль яҡтан биҙәп, костюм ҡулланып, берәй өҙөк тәҡдим итергә тейеш. Әҫәрҙәр төрлө телдә башҡарылыуы мөмкин.

Конкурста индивидуаль һәм коллектив сығыштар ҡабул ителә. Бәйге 2019 йылдың апрель айына тиклем дауам итәсәк.

Ғаризалар 2019 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә, түбәндәге электрон адрес буйынса:Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. «Халыҡ-ара шиғыр һөйләүселәр» тамға менән видеояҙмалар беркетелә. Һәр яҙма “Вәлиди китапханаһы” исеме аҫтында YouTube видеохостингына ҡуйыласаҡ.

Шулай уҡ конкурс материалдарын “ВКонтакте” социаль селтәренә лә беркетергә мөмкин.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.

Бәйге тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ошо һылтанмала: http://www.bashnl.ru/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb