Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Мин башҡорт телен өйрәнәм" спектакленең премьераһы була

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Мин башҡорт телен өйрәнәм" спектакленең премьераһы була

14 һәм 15 декабрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Башҡорт теле көнөнә арналған "Мин башҡорт телен өйрәнәм" исемле премьераһы була.

Спектакль бер малайҙың башынан үткәндәр тураһында бәйән итә. Ул тыңламаусанлығы арҡаһында хаталар донъяһына барып эләгә. Уға башҡорт телен белеү ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итергә тейеш. Кәрәк булған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн һәм дуҫтарына ярҙам итер өсөн, малай туған телен яҡшы беләме?

- Был заманса әкиәт алты йәштән ҙурыраҡ балалар өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ өлкәндәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятыр. Лилиә Исҡужинаның һәм ҡуйыусы режиссер Рөстәм Хәкимовтың яңы әҫәре мауыҡтырғыс музыкаль биҙәлеш менән солғап алынған, - тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә. Спектакль башҡортсанан руссаға синхрон тәржемә ителә.

Сеанстар 14 декабрь - 11.00 сәғәттә, 15 декабрь - 11.00 сәғәттә һәм 12.30 сәғәттә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb