Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры гастролдәр менән Ҡазанда сығыш яһай

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры гастролдәр менән Ҡазанда сығыш яһай

17-19 сентябрҙә Ғабдулла Кәриев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театры сәхнәһендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының алмаш гастролдәре үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғабдулла Кәриев исемендәге йәш тамашасы театры Өфөлә апрелдә гастролдәр менән сығыш яһаны.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Ҡазан тамашаһына биш спекталь тәҡдим итә. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры – Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған «Тылсымлы тирмән» һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклдәре.

Саралар графигы:

17 сентябрҙә сәғәт 10-да һәм 1-ҙә – Мостай Кәримдең «Әтәс тирмәне» пьесаһы буйынса «Тылсымлы тирмән» әкиәте (режиссеры – Мөсәлим Күлбаев, Илгизә Кәримова, Генрих Сапгир сәхнәгә ҡуйған).

17 сентябрҙә 6-сы яртыла – Мөҙәрис Багаевтың «Аҡсаң булһа бер муҡса…» музыкаль комедияһы (режиссеры – Азат Йыһаншин).

18 сентябрҙә сәғәт 10-да һәм 1-ҙә – бөтә ғаилә өсөн Ульрих Хубаның «У ковчега в восемь» спектакле (режиссёры – Мөсәлим Күлбаев).

18 сентябрҙә 6-сы яртыла – Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Өс таған» повестары буйынса «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле (режиссёры – Мөсәлим Күлбаев).

18 сентябрҙә сәғәт 10-да һәм 1-ҙә – Джанни Родариҙың «Чиполлино» спектакле (режиссеры – Рөстәм Хәкимов). Әкиәт сюжеты тамашасыларҙы Чиполлино, Ҡабаҡ, Редис, Сейәкәй һәм башҡа әкиәт геройҙары менән таныштыра.

Билеттар Ғабдулла Кәриев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театры сайтында – karievteatr.ru.

Сығанаҡ: Национальный молодёжный театр им. М. Карима отправится на гастроли в Казань 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb