Мостай Кәрим исемендәге Ижади оҫтаханала "Ай тотолған төндө" кинофильмы күрһәтелде

Мостай Кәрим исемендәге Ижади оҫтаханала "Ай тотолған төндө" кинофильмы күрһәтелде

Күптән түгел, 15 май көнө  Мостай Кәрим исемендәге Ижади оҫтаханала "Ай тотолған төндө" кинофильмы күрһәтелде, ул Башҡортостандың халыҡ шағирының шул уҡ исемле трагедияһы буйынса төшөрөлдө. Шулай уҡ СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова һәм фильм кураторҙарының береһе, әлеге мәлдә Башҡортостан кинематографистар союзының рәйесе Фәрит Ғәбитов менән осрашыу үтте. "Ай тотолған төндө" фильмының премьераһы Свердловск киностудияһында 1978 йылда үткән. Был ысын мәғәнәһендә интернациональ киноһүрәт, ул ҙур илдең иң һәйбәт актерҙарын һәм ижади төркөм ағзаларын бергә тупланы: БАССР, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡазахстан совет республикалары... Режиссеры - билдәле бурят кино эшмәкәре, шағир, актер Барас Халзанов (ул үҙе Рыҫҡол бей ролен башҡарҙы).

Ҡырҡ йыл үтте. Ул ил башҡа юҡ. Әммә Мостай Кәрим трагедияһының ғәжәйеп экранизацияһы бар, ул баштан уҡ айырым милләткә йәки мәҙәниәткә бәйле булмаһын тип ижад ителгәйне. Шул йылдарҙа уҡ Барас Цыретар улы пьесаның киң ҡоласын һәм тәрән мәғәнәһен аңлап эшләне. Пьеса иһә ул ваҡытта Башҡорт академия театрының репертуарында үҙ урынын биләгәйне һәм театр тәңҡитселәре тарафынан юғары баһа алғайны (уны тәү тапҡыр Ш. Мортазина сәхнәләштерҙе, ә 1967 йылда РСФСР-ҙың К. Станиславский исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды).

 "Авторҙың поэтикаһы үҙенә ныҡ тартты. Фильмда юҡҡа ғына Иннокентий Смоктуновский башҡарыуында XVII быуатта йәшәгән ғәжәйеп төркмән шағиры Мәхтүмкули шиғыры һәм XI быуат әрмән шағиры Григор Нарекациның "Йыр-йырауҙар китабы"нан өҙөктәр уҡылманы, - тип яҙҙы режиссер 1978 йылда «Советский экран» журналында. - Фильмды эшләй башлау менән, һәр яңы көн минең, рәссам Виктор Тихоненко һәм Алма-Атанан саҡырылған оператор Виктор Осенников алдында яңы мәсьәләләр ҡуйҙы. Рәссам менән эшләгән саҡта беҙ Николай Рерих һүрәттәренән сығып эш иттек, ә оператор менән эре пландан дөйөм планға күскән саҡта, берсә төҫлө, берсә аҡ-ҡара пленкаға төшөрөргә тигән ҡарарға килдек. Беҙҙең фильм фактураһы: йәйрәп ятҡан ҡола дала һәм таштар, тауҙар һәм күк көмбәҙе. Уларҙа ваҡыт менән бәхәскә ингән тынлыҡ һәм ныҡлыҡ бар. Уларҙың һуҙылып киткән бер төрлөлөгө кешелә донъя ҙурлығы алдында ғәжәпкә ҡалыу, ошонда үҙ урыныңды табыу теләге уята. Тышҡы күренештәрҙе төшөрөү өсөн Ҡырғыҙстанды һайланыҡ. Бында тәбиғәт шашыныуы ла, төҫтәр байлығы ла юҡ, ә ниндәйҙер эске тотороҡлолоҡ, быларҙың барыһы ла быуаттар буйы булған һәм тағы әллә күпме буласаҡ әле, тигән тойғо..."

Режиссерға һоҡланғыс актерҙарҙы бергә туплай алған. Тәңкәбикәнең төп ролен Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова башҡарҙы. Дәрүиш ролендә - башҡорт актеры Биктимер Муллабаев, үкенескә ҡаршы, ул донъянан иртә китте, әммә уның эшен улы - актер, театр режиссеры Илнур Муллабаев дауам итә (әлеге ваҡытта ул Туймазы татар театрының баш режиссеры). Шәфәҡ ролендә - Наталья Арынбаҫарова, Зөбәржәт - Дилором Ҡамбарова... Титрҙарҙа һәр исем - ул милли һәм совет киноһының легендалары.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb