Миңлегөл Хисамованың "Юҡһыныу" китабының исем туйы үтә

Миңлегөл Хисамованың "Юҡһыныу" китабының исем туйы үтә

Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемедәге милли китапханала шағирә Миңлегөл Хисамованың “Юҡһыныу” китабының исем туйы үтә. Йыйынтыҡта шағирәнең 2008–2018 йылдарҙа яҙылған шиғырҙары тупланған. “ Беҙҙе йәшәткән дә, йәшнәткән дә тыуған ер”, - ти шағирә. 

Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн Миңлегөл Хисамова «Рәсәй мәғарифының почётлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Төрлө милләт шағирҙарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеү менән дә әүҙем шөғөлләнгән. Әҙибәнең шиғырҙарына композиторҙар йырҙар ижад иткән. 

Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова 1948 йылдың 1 октябрендә Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуған. Өфөлә 1-се республика мәктәп-интернатын тамамлай, шунан баш ҡаланың быяла-сүс заводында оператор булып хеҙмәт юлын башлай.

1967—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый һәм уны тамамлағандан һуң «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хеҙмәткәр була. 1973—1975 йылдарҙа Үрге Ҡышы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, артабан Күмертау ҡалаһында һәм Өфөлә мәктәптәрҙә балалар менән эшләй.

Шағирәнең донъя күргән китаптары: Тыуған тупраҡ яҡтыһы, «Сейәлек йыры», «Һары мәтрүшкә», «Буран моңо», «Тынлыҡтарҙа ҡалам».

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb