«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ижади миҙгелгә әҙерләнә

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ижади миҙгелгә әҙерләнә

Өфө ҡалаһының  «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле яңы ижади миҙгелде премьера менән асырға ниәтләй.

12 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә тамашасыларға «Башҡорт балы» тип исемләнгән вокаль-хореография композицияһын тәҡдим итә.

Шул уҡ көндә Өфө тамашасыларын тағын бер яңы премьера көтә– «Imagine» вокаль тамашаһы. «Мираҫ» артистары Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» фестивален асыу тантанаһында ла тап ошо тамаша менән сығыш яһағайнылар.

Республика һәм баш ҡала кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙы, байрамдарҙы «Мираҫ» муниципаль учреждениеһының фольклор ансамбле ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында урынлашҡан һәм илһамланып ижад иткән был ансамблдең уңыштары менән сәнғәт һөйөүселәр һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора.

«Мираҫ» – бейеү ансамбле генә түгел, ә вокал, хор һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын бергә туплаған ижади коллектив. Уларҙың һәр сығышы музыкаль-хореографик сюжетҡа, темаға ҡоролған, әҫәрҙәр бер-береһенә үрелеп, байытылып, матур театрлаштырылған тамашаны тыуҙыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb