"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле "Донъя музыкаһы һәм бейеүҙәре" халыҡ-ара фестивалендә

"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле "Донъя музыкаһы һәм бейеүҙәре" халыҡ-ара фестивалендә

Республикабыҙҙың билдәле коллективтарының береһе "Донъя музыкаһы һәм бейеүҙәре" халыҡ-ара фестивале барышында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында сығыш яһай.

29 июндән 15 июлгә тиклем ойошторолған күләмле сарала Ер шарының төрлө мөйөшөнән сәхнә йондоҙҙары йыйылған. Рәсәйҙең бай мәҙәни тормошо менән яҡташтарыбыҙ – "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле таныштыра.

Былтыр майҙа Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм традицион сәнғәт советы президенты Филипп Боссан Башҡортостандың ижади коллективына саҡырыу ебәргән була. Был бәхет илдең тик бер фольклор коллективына ғына эләгә. Әйткәндәй, ансамбль хорына фестивалдең гимнын башҡарыу хоҡуғы ла бирелгән.

"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле директоры Байрас Ишбирҙин хәбр итеүенсә фестивалдә, иң сағыу номерҙар“Сатыр буйында”, “Йәшлек” бейеүҙәре күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb