Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Михаил Чвановты юбилейы менән ҡотланы

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Михаил Чвановты юбилейы менән ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, С.Т.Аксаков исемендәге Мемориаль йорт-музейын директоры Михаил Чванов үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Юбилярҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы.

«Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре исеменән һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйем! Һеҙ ҙур һәм мөһим эште эшләйһегеҙ. Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һәм яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйем!», - тине Әминә Ивний ҡыҙы. 

Ведомство етәксеһе Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский исеменән Михаил Чвановҡа ҡотлау хатын тапшырҙы.

Михаил Андрей улы Чванов Салауат районында йәмле Йүрүҙән буйҙарында тыуып үҫкән. Яҙыусы әҫәрҙәрендә күберәк тыуған яҡ гүзәллеге, тәбиғәте үҙенсәлектәре тураһында һөйләй. Авторҙы рухи яҡтан көслө, ныҡышмалы һәм тәүәккәл шәхестәр ҡыҙыҡһындыра. Күп китаптары илебеҙҙең төрлө тарафтарына сәйәхәт итеүсе ҡыйыу йөрәкле кешеләр тураһында. Билдәле яҙыусы Сергей Аксаковтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ла оло хеҙмәт башҡарған. Бар ғүмерен тиерлек уның ижадын һәм тормошон өйрәнеүгә арнаған. Михаил Чванов оҙаҡ йылдар инде Сергей Аксаковтың Мемориаль йорт-музейы директор вазифаһын башҡара, ул Сергей Аксаков исемендәге премияһының тәүге лауреаттарының береһе. 

Бөгөн уға – 75 йәш тулды!

Тулыраҡ: Министр культуры РБ Амина Шафикова поздравила с юбилеем Михаила Чванова

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Михаил Чвановты юбилейы менән ҡотланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb