Иртәгә, 15 ноябрь, 15:00 сәғәттә Башҡортостан Яҙыусылар союзында (Коммунистик урам, 34) Шиғриәт байрамы үтә. Сарала Республика Башлығы грантына үткәрелгән “Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ һәм уның еңеүселәре бүләкләнәсәк.
Был конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла һәм республикабыҙҙың 100 йыллығына арнала.
Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының, Ватаныбыҙҙың тарихына, бөгөнгө проблемаларына иғтибарҙы арттырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ поэма жанрын үҫтереү, ижадсыларыбыҙҙы дәртләндереү.
Конкурс һөҙөмтәһендә алты призлы урын билдәләнәсәк (I урын – бер ҡатнашыусы, II урын – ике ҡатнашыусы, III урын – өс ҡатнашыусы).
I урын яулаусы поэма авторы 50 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк.
II урынға 30 мең һум, III урынға 15 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған.