“Минең данлы Башҡортостаным” поэмалар конкурсы аҙағына яҡынлаша

“Минең данлы Башҡортостаным” поэмалар конкурсы аҙағына яҡынлаша

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел” журналы менән берлектә иғлан иткән һәм “Минең данлы Башҡортостаным” тип аталған поэмалар конкурсы аҙағына яҡынлаша - ҡулъяҙмалар 30 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Был конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла һәм республикабыҙҙың 100 йыллығына арнала.

18 йәше тулған һәр ижадсы унда ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының, Ватаныбыҙҙың тарихына, бөгөнгө проблемаларына иғтибарҙы арттырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ поэма жанрын үҫтереү, ижадсыларыбыҙҙы дәртләндереү.

Конкурс һөҙөмтәһендә алты призлы урын билдәләнәсәк (I урын – бер ҡатнашыусы, II урын – ике ҡатнашыусы, III урын – өс ҡатнашыусы).

I урын яулаусы поэма авторы 50 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк.

II урынға 30 мең һум, III урынға 15 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған.

 Конкурстың положениеһы менән Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәсми сайтында таныша алаһығыҙ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb