Миләүшә Иҙрисованың китабының исем туйы үтте

Миләүшә Иҙрисованың китабының исем туйы үтте

Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала  музыка белгесе, сәнғәт ғилеме кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисованың «1920-1940 йылдарҙа башҡорт композиторҙарының вокаль ижады. Профессионализмдың барлыҡҡа килеүе» китабының исем туйы үтте.

Монография милли мәҙәниәтебеҙ тарихындағы иң ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы осорға бағышланған. Бер үк ваҡытта ул уңышлы мәлдәрҙе һәм СССР республикаларында “социалистик мәҙәниәт төҙөлөшө” барышындағы әсенеүле юғалтыуҙарҙы ла сағылдыра. Төплө һәм күләмле хеҙмәттә башҡорт халҡының халыҡ-йыр сәнғәте үҫешенең күп быуатлыҡ юлы этаптары; ХХ быуаттың тәүге яртыһында милли музыкаль элита формалашҡанда донъяуи ҡараш нигеҙҙәре; башҡорт сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Иван Салтыковтың музыкаль-эстетик ҡараштары ла урын алған. Шулай уҡ тәүге башҡорт композиторҙары Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Хәбибулла Ибраһимов, Мәсәлим Вәлиев, Камил Рәхимов һәм Таһир Кәримовтың вокаль ижады өлгөһөндә автор республикала башҡорт профессиональ музыка мәҙәниәте барлыҡҡа килеүҙең ҡануни нигеҙҙәрен билдәләй.

Сара барышында Өфөләге Музыка техникумына (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) нигеҙ һалыусы, тәүге этномузыколог, музыка белгесе И.В.Салтыковтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап, «Иван Салтыков: Мин рәссам инем» документаль фильмы (сценарий авторы М. Иҙрисова, режиссеры Н.Принцева) күрһәтелде.

Презентацияла Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, композитор Ләйлә Исмәғилева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәндәре докторы Евгения Скурко, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гөлназ Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы Луиза Фархшатова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb