Милли симфоник оркестрҙы Артур Нәзиуллин етәкләне

Милли симфоник оркестрҙы Артур Нәзиуллин етәкләне

Башҡортостан республикаһы Милли симфоник оркестрында яңы етәксе. Был вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы итеп билдәле музыкант-кларнетсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин тәғәйенләнде.

Нәзиуллин Артур Искәндәр улы— Рәсәй музыканты, кларнетсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — донъяла Башҡортостан мәҙәниәтенең абруйын күтәреүгә индергән өлөшө өсөн (2012—2013), халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Мәскәү дәүләт академия филармонияһының «Звезды XXI века» программалары солисы, Мәскәү өлкә филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһындағы Владимир Спиваковтың йәштәр талантын һәм профессиональ оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе хәйриә фонды директоры, Рәсәй Федерацияһы Президентының һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына эйә.

Кларнетсылар халыҡ-ара ассоциацияһының бойондороҡһоҙ статистика мәғлүмәттәре буйынса, Артур Нәзиуллин яңы быуын донъя кларнетсыларының иң перспективалылары араһына инә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb