Милли йәштәр театрында «Аҡ мөғжизә» спектакленең премьераһы була

Милли йәштәр театрында «Аҡ мөғжизә» спектакленең премьераһы була

18 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Аҡ мөғжизә» спектакленең премьераһы була. Ул Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” китабына ингән “Аҡ мөғжизә” һәм “Ашҡаҙар” хикәйәләре буйынса әҙерләнгән.

Инсценировка авторы – Михаил Башкиров, режиссеры – РФ, Ҡалмыҡстан һәм Әзербайджандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев, башҡорт теленә адаптация авторы – Зөһрә Бураҡаева. Спектакль өҫтөндә ҡуйыусы рәссам Анна Репина (Мәскәү),  композитор - Аркадий Манджиев (Элиста), балетмейстер – Рәмизә Мөхәмәтшина, костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова, вокал буйынса педагог - Афарим Аҡсурин.

Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты буйынса ҡуйылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb