Милли йәштәр театры Баймаҡ, Сибай ҡалаларына гастролдәргә юллана

Милли йәштәр театры Баймаҡ, Сибай ҡалаларына гастролдәргә юллана

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Башҡортостан буйлап гастролдәргә юллана. Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса менеджер Дарья Ольхова хәбәр итеүенсә, 20 һәм 21 ғинуарҙа башҡорт труппаһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә «Аладдин» көнсығыш әкиәтен, «Аҡса булһа бер муҡса…» музыкаль комедияһын һәм «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» спектаклен ҡуя. 22 ғинуарҙа Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда артистар «Аладдин» һәм «Аҡса булһа бер муҡса…» спектаклдәрен тәҡдим итә.

2015 йылдың ноябрендә «Аҡса булһа бер муҡса…» музыкаль комедияһының премьераһы үтте. Уны Азат Йыһаншин сәхнәләштерҙе. Сибай һәм Баймаҡ тамашасылары өфөләрҙән һуң тәүгеләрҙән булып яңы спектаклде баһалай аласаҡ. Башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов ҡуйған «Аладдин» көнсығыш әкиәте — бөтә ғаилә өсөн спектакль. Сибай тамашасылары театрҙың художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» исемле спектаклен ҡараясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb