Михаил Чвановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырыласаҡ

Михаил Чвановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырыласаҡ

Кисә күренекле Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Сергей Аксаков исемендәге йорт-музейы директоры Михаил Чванов үҙенең 75 йәшен билдәләне.

Кисә үк Республика йортонда уҙған осрашыуҙа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙыусыны юбилейы менән ҡотланы. Осрашыуҙа Радий Хәбиров мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм әҙәбиәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өсөн Михаил Чвановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын хәбәр итте.

«Радий Фәрит улы уҙенең үтә көсөргәнешле эш графигында минең менән осрашыу өсөн ваҡыт тапҡаны ҡыуаныслы. Минең өсөн был бик ғәжәп. Һөйләшеү барышында Өфөлә яҡташыбыҙ, диңгеҙ сәйәхәтсеһе Валериан Альбановҡа музей булдырыу идеяһын еткерҙем, уны сквер һәм һәйкәл менән байытыу тәҡдиме яңғыраны. Аксаков фонды тарафынан Табын иконаһын эҙләү буйынса проект та хуплап ҡабул ителде. Шулай уҡ 2020 йылда яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың улы — Өфөнөң беренсе губернаторы Григорий Аксаковтың тыуыуына 200 йыллыҡты билдәләү буйынса пландар хаҡында һөйләштек», - тине Михаил Чванов.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb