Марсель Сәлимов «Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны» исеме хужаһы

Марсель Сәлимов «Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны» исеме хужаһы
Мәскәүҙең Е.В.Колобов исемендәге «Яңы опера» театрында «Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны» журналистарҙың юғары наградаһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Быйыл «Алтын ҡауырһын»ға республикала тәүгеләрҙән булып башҡорт журналисы һәм яҙыусы Марсель Сәлимов эйә булды. Уның сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә яҡшы билдәле.
30 йыл дауамында «Һәнәк» журналының баш мөхәррире булып эшләгән яҙыусы — бик күп ижади конкурстар еңеүсеһе, халыҡ-ара премиялар лауреаты. Әҙәбиәт йылында ул Өфөлә һәм Мәскәүҙә дүрт китап сығарҙы. Уның әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән һәм Рәсәй, сит ил баҫмаларында донъя күргән.

«Алтын ҡауырһын»ды яҡташыбыҙға танылған совет журналисы, хәҙер ЮНЕСКО-ның генераль директоры советнигы Генрих Юшкявичюс тапшырҙы һәм яҙыусының ижадына юғары баһа бирҙе. Уға яуап итеп Марсель Сәлимов «От смешного до великого» исемле китабын бүләк итте.

Сығанаҡ: "Башинформ"

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb