Малаяҙ ауылы музейында "Кинйә Арыҫланов һәм Салауат Юлаев - Пугачевтың башҡорт полковниктары" исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Малаяҙ ауылы музейында "Кинйә Арыҫланов һәм Салауат Юлаев - Пугачевтың башҡорт полковниктары" исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Башҡорт старшинаһы, 1773 - 1775 йылдарҙағы Пугачев хәрәкәте етәкселәренең береһе Кинйә Арыҫлановтың (Кинйә Абыҙ) тыуыуына 300 йыл айҡанлы республика музейҙарында төрлө саралар үтте.

 Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейында "Кинйә Арыҫланов һәм Салауат Юлаев - Пугачевтың башҡорт полковниктары" исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ул шулай уҡ Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына ла бағышланды.

Сарала тарихсылар, журналистар, музей белгестәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, төбәкте өйрәнеүселәр һәм тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы Салауат районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр, хоҡуҡи һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов тәбрикләне.

Алдағы йылда Салауат Юлаевтың 270 йыл тулыу айҡанлы уның исемен йөрөткән музейҙа реэкспозиция эштәре үткәреү ҡаралған. Был йәһәттән сарала ҡатнашыусы тарих фәндәре кандидаты, Өфө технологиялар һәм фән университеты кафедраһы мөдире Рәмил Рәхимов үҙенең фекерен белдерҙе. "Буласаҡ күргәҙмә тарих менән генә сикләнергә түгел, шулай уҡ бөгөнгө көндө лә үҙ эсенә алырға тейеш. Унда бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Салауат Юлаев батальоны, "Салауат Юлаев" хоккей клубы хаҡында ла музей экспозицияларында һүҙ барырға тейеш", - тине.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейы директоры урынбаҫары Азамат Аҡъюлов Кинйә Арыҫлановҡа бағышланған сығышында Кинйәнең тырышлығы менән ябай казак болаһы Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр хәрәкәтенә әүрелә, тип билдәләп үтте.

Сарала ҡатнашыусы һәр кем түңәрәк өҫтәлдә билдәләнгән темалар буйынса йөкмәткеле, тос фекерле һәм киң мәғлүмәтле докладтар менән сығыш яһаны. Салауат Юлаевтың көрәштәштәре хаҡында, батыр тураһындағы фольклор материалдар йыйыу эше барышы тураһында, Эстон Республикаһының Палдиски ҡалаһына булған сәфәр һәм башҡа күп темалар яҡтыртылы докладтарҙа. Ғөмүмән, түңәрәк өҫтәлдә бик әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы темалар хаҡында һүҙ барҙы. Сараны урындағы хакимиәт, музей хеҙмәткәрҙәре юғары кимәлдә әҙерләп үткәрҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb