М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының гастролдәре дауам итә

М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының гастролдәре дауам итә
Февраль айы ап-аҡ бурандары менән генә түгел, ә М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры өсөн республикабыҙ ҡала һәм ауылдары буйлап уҙғарылған ҡышҡы гастролдәре менән дә үҙенсәлекле. Шуны ла билдәләргә кәрәк, быйылғы гастролдәр планы бик бай. Айҙың тәүге яртыһында коллектив Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында булып ҡайтты. Әлеге көндә артистар әүҙем рәүештә тағы ла гастролдәргә әҙерләнә. Был юлы «Әбейүшкә@тущка.ru” (Р.Кинйәбаев, реж. И.Муллабаев) заманса комедияһы менән, 25 февралдә Баймаҡ ҡалаһы тамашасыһын ҡыуандыра. 26 февраль - А.Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ошо уҡ комедия ҡуйыласаҡ. Спектакль сиктәрендә төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитов яратҡан тамашасылары менән үҙҙәренең юбилейын да билдәләй. 27 февралдә инде «Әбейүшкә@тущка.ru” комедияһын Күгәрсен яҡтарында – Мораҡ ҡасабаһында көтәләр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb