М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры гастролдәргә юллана

М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры гастролдәргә юллана

Башҡорт академия драма театры артистарын яңы спектаклдәр өҫтөндә туҡтауһыҙ эштәр, гастролдәр, республиканың төрлө ҡала һәм райондарында йәшәгән тамашасылар менән ихлас осрашыуҙар көтә.
Был юлы Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева һәм башҡа билдәле сәхнә оҫталары, йәштәр ҡатнашлығындағы «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһын :
3 апрелдә – Борай,
4 апрелдә - Балтач,
8 апрелдә – Ҡырмыҫҡалы райондары,
13 апрелдә - Салауат,
14 апрелдә - Стәрлетамаҡ ҡалалары тамашасаһы ҡарай ала.

Төрлө илдәрҙе урап ҡайтҡан, әллә нисә Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашҡан «Әлифбанан бер себеш» монодрамаһын был юлы Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров
5 апрель- Өфө районы Ҡыҙыл яр ауылында уйнаясаҡ.
Спектакль ике тапҡыр: 15.00 һәм 19.00 сәғәттәрҙә тәҡдим ителә.

«Ике төш» премьера спектакле (М.Бағаев) бай йөкмәткеһе һәм заманса ҡуйылышы менән бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Был әҫәр:
6 апрелдә – Ишембай ҡалаһы,
12 апрелдә – Дүртөйлө ҡалаһында уйнала.
12 апрелдә - Дүртөйлөлә кескәйҙәрҙе «Белмәҫйән мажаралары»

әкиәте лә көтә.

15 апрель - Красноусольск һәм
29 апрель - Асҡын ауылы халҡына Т.Миңнуллин пьесаһы буйынса «Мин – ҡатын -ҡыҙ» бишек йыры (16.00 һәм 19.00 с). тәҡдим ителә.

Апрель гастролдәрен күңелле, халыҡсан һәм фәһемле комедиялар тамамлай:
16 апрель – Яңауылда,
17 апрель – Нефтекама ҡалаһында «Әбейүшкә@ эт.тущка. Ru” заманса комедияһы була.
27 апрелдә - Учалы районы тамашасыһын Б.Бикбай һәм З.Исмәғилев яҙған үлемһеҙ «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы көтә.

Спектаклдәргә рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb