Легендар комбриг Муса Мортазиндың 125 йыллығына арналған “түңәрәк өҫтәл”

Легендар комбриг Муса Мортазиндың 125 йыллығына  арналған “түңәрәк өҫтәл”

19 февраль көнө БР Милли музейының конференц-залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға бағышлап “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә үткәрелде. “Түңәрәк өҫтәл” эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте, БР Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Учалы районы хакимиәтенән вәкилдәр, күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар Муса Мортазиндың Башҡортостан тарихындағы ролен һәм был сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Ә.М. Ишемғолов был “түңәрәк өҫтәл” Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә старт булып тора. Артабан байрамға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостан дәүләтселеген ойоштороуға көс һалған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгәлештереү сараларын үткәрергә ниәтләйбеҙ,  тине.  

Муса Мортазин шәхесенең республика тарихындағы урынын һәм респцбликаның яҡынлашып килгән 100 йыллыҡ юбилейын иҫәпкә алып “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар М. Мортазинға Өфө һәм Учалы ҡалаһында һәйкәл, Стәрлетамаҡ ҡалаһында иҫтәлекле таҡтаташ асыуҙы, М. Мортазин тураһында кинофильм төшөрөүҙе, китап, альбом һәм документтар йыйынтығын сығарыуҙы һ.б. һорап БР Хөкүмәте һәм ведомстволарға  мөрәжәғәт итергә тигән ҡара ҡылдылар.

Шулай уҡ сара ҡатнашыусылар 2016 йылдың март айында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу тәҡдиме менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына мөрәжәғәт итте.

Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb