«Күрешеү» халыҡ-ара кинофорумы

«Күрешеү» халыҡ-ара кинофорумы

«Күрешеү» халыҡ-ара кинофорумы Рәсәйҙең алты ҡалаһында февралдән сентябрь айына тиклем барасаҡ. Өфө – Ярославль –Ҡазан - Дондағы Ростов, Ҡырым Республикаһы һәм Мәскәү. Кино йылы сиктәрендәге сара 15 февралдә Өфөлә асыла. Халыҡ-ара кино байрамын федераль йәһүд милли-мәҙәни автономияһы Мәскәүҙең «АБ-ТВ» телеканалы менән берлектә ойоштора.
«Күрешеү» халыҡ-ара кинофорумы икенсе тапҡыр үткәрелә. Башҡортостандың Благовещен районы Богородское ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына киткән яугир Николай Яков улы Киселевтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Партизан отряды командирының батырлығы ярты быуат буйы архивтарҙа ята. 2008 йылда «АБ-ТВ» Мәскәү кинокомпанияһы төшөргән документаль фильм был батырлыҡ хаҡында бөтә донъяға бәйән итә. «Киселев исемлеге» тип аталған фильмдан һуң батыр командирҙы «Башҡорт Шиндлеры» тип атайҙар. Израилдә ул ҡотҡарған кешеләр Николай Киселевты донъя халыҡтарын яҡлаусы тип атай һәм исемен Холокост мемориалында мәңгеләштерә.
Тәүге кинофорум Николай Киселевтың тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы, 2013 йылда Мәскәүҙә үтә. Кино һөйөүселәргә Рәсәй кинорежиссерҙарының 15-ләп документаль һәм нәфис таҫмаларын күрһәтеү ҡаралған. Өфөлә үтәсәк кинофорумда ШОС һәм БРИКС илдәренең бер-нисә фильмы күрһәтеләсәк. Һиндостандан билдәле кинорежиссерҙың килеүе лә көтөлә. Һинд режиссеры Башҡортостан менән берлектә фильм төшөрәргә ниәтләй. Сараны ойоштороусылар: «Халыҡ -ара кинофорум Рәсәйҙең алты ҡалаһы сиктәренән сығып илебеҙ тормошоноң сағыу ваҡиғаһына әүерелер. Уның девизы - «Ҡул бирешеү» - дуҫлашыуға бер аҙым. Был дуҫлыҡҡа аҙымды бергәләп эшләрбеҙ, тип белдерә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb