Күренекле яҙыусы, шағирә һәм тәржемәсе Гөлнур Яҡуповаға - 75 йәш

Күренекле яҙыусы, шағирә һәм тәржемәсе Гөлнур Яҡуповаға - 75 йәш

Күренекле башҡорт шағирәһе Гөлнур Яҡупова бөгөн үҙенең 75 йәшен билдәләй. "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ һәм ижади ҡомар теләй.

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова 1948 йылдың 24 июнендә Башҡортостандың Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Салауат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаһында башлай, артабан мөхәррир урынбаҫары була. 1986 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. 1990 йылдан —«Ағиҙел» журналында эшләй. 1990 йылдан —«Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе, 2003—2008 йылдарҙа — баҫманың мөхәррире.

Әҙәби ижад һуҡмағына иртә аяҡ баҫа, журналист ҡәләмен дә ташламай. Шиғырҙары 1964—65 йылдарҙа уҡ «Ленинсе», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә баҫыла башлай. Яҙыусы һөнәренә ныҡлап тотоноуы XX быуаттың 80-се йылдарына тура килә. «Йәш көстәр» (1982, 1984) альманахында тәүге шиғри шәлкемдәре донъя күрә. 1989 йылда «Нағыш» исемле китабы нәшер ителә. «Автограф» (1992) тигән йыйынтығы әҙип ҡәләменең көсөн һәм һәләтен ныҡлап иҫбатлай, уның ижадына һәр тарафтан ҡыҙыҡһыныу арта.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «...Тел бәҫен тота белеү, сама тойғоһо, фекер асыҡлығы, сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй...», — тигән баһа биреп, йәш шағирәгә Яҙыусылар берлеге ағзалығына фатиха бирә.

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы шиғри йыйынтыҡтарында тормош, мөхәббәткә ҡарашы, тыуған ергә һөйөү, ватансыллыҡ тойғоһона дан йырлай.

"Йыртҡыс ҡаны", "Ҡатындар" трилогияһы менән ижадсы үҙен талантлы прозаик итеп тә танытты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb