Күренекле яҙыусы Гөлнур Яҡупованың "Яҙам йөрәк хатын, йөрәк антын..." тип аталған юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ

Күренекле яҙыусы Гөлнур Яҡупованың "Яҙам йөрәк хатын, йөрәк антын..." тип аталған юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ

Күренекле яҙыусы, шағирә,  тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Жәлил Кейекбаев һәм Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты Гөлнур Яҡупованың "Яҙам йөрәк хатын, йөрәк антын..." тип аталған юбилей кисәһе ойошторола.

 Сара 23 ноябрҙә Ғафури районының Сәйетбаба ауылы Мәҙәниәт йортонда уҙғарыла. Башлана  14.00 сәғәттә.

«Мөхәббәткә мәҙхиә», «Йөрәк хаты», «Әҙәм вә Һауа»  исемле тос йөкмәткеле китаптары шиғриәт майҙанында һынатманы, Гөлнур Яҡупованы үҙ йөҙө, үҙ стиле булған, фекер һәм хис гармонияһына өлгәшкән шағирә итеп танытты.

Тел байлығы, образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте Гөлнур Яҡупованың прозаһына тәм һәм ғәм бирә, уҡымлы итә. Һуңғы араларҙа әҙибә өс романдан торған «Ҡатындар» исемле трилогия ижад итте.

Был трилогия "Ҡыҙ бала","Бер һөйгәнем өсөн","Кесе йыһан - Оло йыһан" романдарынан тора.Трилогияһында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил-ҡәүем, ил яҙмышы, үҙе йәшәгән мәле һәм боронғо тарихтарға ялғап, сикһеҙ Йыһан менән бәйләндереп, фәлсәфәүи тәрән һығымталар яһаған. "Ҡатындар" трилогияһы - илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, уның айырым вәкилдәренең ХХ быуаттағы үткән юлын, ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡандағы сағыу тормошон эҙмә-эҙлекле күрһәтә алған, эпик һулышлы әҙәби панорамаға әйләнгән әҫәр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb