Күренекле археолог Нияз Мәжитовтың 90 йыллығына арналған күргәҙмә үтә

Күренекле археолог Нияз Мәжитовтың 90 йыллығына арналған күргәҙмә үтә

15 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында археолог, ҙур ғалим, күренекле эшмәкәр һәм остаз Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған күргәҙмә ҡуйыла.

 

"Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығы менән берлектә эшләнгән күргәҙмә Нияз Абдулхаҡ улының барлыҡ эшмәкәрлеген сағылдыра.

 

Ауылдан сыҡҡан ябай малай башҡорт археологияһы флагманы, мираҫты һаҡлаусы, башҡорт халҡының тарихы буйынса ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тикшереүсе, эҙләнеүсе ғалим булды.

Нияз Мәжитов үҙе тирәләй йәмәғәтселекте тупланы - республиканың иң ҡатмарлы  йылдарында ҙур экспедицияларға, академик, ижтимағи-сәйәси ойошмаларға етәкселек итте.

 

Уның тырышлығы арҡаһында илдең ҙур вузы, Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер - Өфө фән һәм технологиялар университеты) археология кафедраһы булдырыла.

Нияз Абдулхаҡ улының  башланғыстары менән баш ҡала үҙәгендәге уникаль ҡомартҡы - Өфө-II ҡалаһы һаҡлап ҡалынды. 

 

Артабан күргәҙмә планшеттарын республиканың йәмәғәт, ғилми һәм белем биреү учреждениеларында урынлаштырыу күҙаллана.

Күргәҙмә «Башҡортостан Республикаһының археология йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының йомғаҡлау сессияһы эше барышында асыла. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb