Күгәрсен районында Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙы иҫкә алыу саралары уҙҙы

Күгәрсен районында Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙы иҫкә алыу саралары уҙҙы

Күгәрсен районында күренекле милләттәштәребеҙ Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙы иҫкә алыу саралары уҙҙы. Йылы осрашыуҙар уларҙың тыуған төйәгендә - Дауыт-Ҡайыпта, шулай уҡ Теләүембәт, Тәүәкән ауылдарында булды. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы вәкилдәре, Йәнбәковтарҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, ижадын ихтирам итеүселәр ҡатнашты. Сара мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәренә зыярат ҡылыуҙан башланды. Унан Дауыт-Ҡайып мәҙәниәт йортондағы таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Артабан Теләүембәт күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә күркәм сара уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар Йәнбәковтар хаҡында йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашты, "Ағиҙел" журналы редакцияһы уҙғарған шиғыр һөйләү конкурсына йомғаҡ яһалды. Тәүәкән мәктәбендә ҡунаҡтар уҡыусылар менән осрашты. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт әҙәбиәтенә, журналистикаһына ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды, йәш быуын вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb