Walt Disney компанияһы «Һеңлекәш» фильмын прокатҡа сығарыу менән шөғөлләнә

Walt Disney компанияһы «Һеңлекәш» фильмын прокатҡа сығарыу менән шөғөлләнә

Донъялағы иң ҙур кинокомпанияларҙың береһе Walt Disney компанияһы Мостай Кәримдең повесы буйынса Рәсәйҙә төшөрөлгән «Һеңлекәш» («Сестренка») хәрби драмаһының прокатҡа сығарыу менән шөғөлләнәсәк. Мостай Кәрим исемендәге фондта ошо хаҡта белдерҙеләр.

Режиссер танылған кино сәнғәте эшмәкәре Александр Галибин фильмының премьераһы 2019 йылдың 19 сентябрендә була. Ҙур экранға картина Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан сыға. Фильмдың сценарийы әҙиптең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнеп яҙылған.

«Һеңлекәш» фильмында төп ролдәрҙе 7 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин менән 9 йәшлек Марта Тимофеева башҡарған. Малай беренсе тапҡыр ғына киноға төшһә, йәш актриса — ысын йондоҙ. Уның «Время первых», «Легенда о Коловрате», «Кровавая барыня», «Он — дракон», «Оптимисты», «Гоголь» кеүек билдәле проекттарҙа ролдәре бар. Ҡыҙыҡайҙың иҫәбендә — кинола һәм сериалдарҙа 40-тан ашыу эш.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамында төшөрөлгән. Проект өҫтөндә эштә Мостай Кәрим исемендәге фонд ҡатнашҡан.

«Беҙҙең өсөн ваҡ-төйәктең дә дөрөҫлөккә тап килеүе мөһим ине. Шул замандағы деталдәрҙе: кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәрен, биҙәүестәр, кәрәк-яраҡтар эҙләнек. Барыһын да халыҡтан йыйҙыҡ, шулай уҡ беҙгә башҡорт музейҙары ныҡ ярҙам итте. Фильм тамашасыны ошо заманға алып  ҡайтыр тип ышанам», — тине ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов.

Фильм Өфөнән 180 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Проект өсөн махсус рәүештә декораторҙар 40-сы йылдарҙағы өйҙәрҙең аныҡ күсермәләрен төҙөгән. «Һеңлекәш» — башҡорт, украин һәм рус телдәрендә. Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофееванан тыш, фильмда Йософ Рәхмәтов, Илгизә Ғилманова, Сулпан Әбдрәхимова, Рәүис Заһитов, Виталий Салий ҡатнаша. Операторы — «Ищите женщину», «Крейцерова соната», «Покаяние», «Плащ Казановы» кеүек билдәле картиналарҙы төшөргән легендар Михаил Агранович.

Сығанаҡ: Компания Walt Disney осуществит прокат фильма Александра Галибина «Сестрёнка»

Walt Disney компанияһы «Һеңлекәш» фильмын прокатҡа сығарыу менән шөғөлләнә
Walt Disney компанияһы «Һеңлекәш» фильмын прокатҡа сығарыу менән шөғөлләнә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb