“Китап” нәшриәтендә Ғариф Ғүмәровтың «Тулҡын өҫтөндәге ҡала»-«Городок на волнах» исемле электрон китабы донъя күрҙе

“Китап” нәшриәтендә Ғариф Ғүмәровтың  «Тулҡын өҫтөндәге ҡала»-«Городок на волнах» исемле электрон китабы донъя күрҙе

Күптән түгел, “Китап” нәшриәтендә Ғариф Ғүмәровтың рус телендә «Тулҡын өҫтөндәге ҡала» («Городок на волнах») исемле электрон китабы донъя күрҙе.
Ҡыуғынсылар һәм ағас әҙерләүселәр тормошонан реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Тулҡын өҫтөндәге ҡала»  повесын Ғариф Ғүмәров 1954 йылда яҙа. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығына һәм фиҙаҡәрлегенә арнала.
Электрон баҫмаға яҙыусының шулай уҡ «Тупһанан түргә» («От порога в горницу») тигән әҫәре лә индерелде. Автобиографик повеста ысынбарлыҡтың сағыу күренештәре фонында төп геройҙарҙың характерҙары формалашыу процесы күрһәтелә. Повеста Ғариф Ғүмәров бәләкәй Зарифтың тормошон сағыу һүрәтләй, дәүер ҡаршылыҡтарын асып һала.

Ғариф Ғүмәр әҙәбиәткә яҙыусы ғына түгел, урыҫ классикаһы, танылған совет яҙыусылары әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе булараҡ та килеп инә. Ғүмәрҙең тәүге шиғырҙар, хикәйәләр, поэмалар йыйынтығы — «Ҡыҙыл усмалар» китабы 1925 йылда донъя күрә.
Ғариф Ғүмәр балалар әҙәбиәте өлкәһендә күп һәм уңышлы эшләй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уның эпик әҫәрҙәре күпләп донъя күрә.
Ул күп кенә пьесаларҙың авторы ла. Ғариф Ғүмәр 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1974 йылдың 18 авгусында вафат була, Мосолман зыяратында ерләнгән.
Ғариф Ғүмәровтың тағы ла «Революция елдәре» (1925),«Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» (1947), «Жаңыл» (1960), «Ел ҡыҙы» (1966) исемле повестары ла бар. Электрон китап БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb