«Китап» нәшриәтендә Нияз Сәлимовтың «Рухым – ырыҫым» исемле яңы китабы донъя күрҙе

«Китап» нәшриәтендә Нияз Сәлимовтың «Рухым – ырыҫым» исемле яңы китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Нияз Сәлимовтың «Рухым – ырыҫым» исемле яңы китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡ БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫылды. Ғүмер ғәме, йәшәү тәме, мөхәббәт, изгелек һәм яуызлыҡ кеүек мәңгелек темалар тураһында уйлана шағир. Уның һәр әҫәрендә тиерлек яңғыраған заман заңы, рух балҡышы, фәлсәфәүи тәрәнлек, аһәңле йөрәк һүҙе китап уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ.

Ниязбай Булатбай улы Сәлимов— башҡорт ғалимы, яҙыусы һәм журналист, дәүләт эшмәкәре. Филология фәндәре кандидаты, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар һәм журналистар союздары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы.

Нияз Сәлимов 1958 йылдың 27 сентябрендә  Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән  урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. Шунан бер йыл тыуған ауылы мәктәбендә директор була.

1984 йылда талантлы йәш белгес «Йондоҙ» район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, биш йылдан республика йәштәренең «Ленинсы» гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп үрләтелә. Башҡорт йәштәренең үҙ аллы гәзите «Йәшлек»те булдырыуға ҙур көс һала, уның тәүге мөхәррир урынбаҫары була.

1990 йылда Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының «Звезда» — «Йондоҙ» гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән.1991 йылда Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып үҙ аллы башҡортса «Табын» гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы ерлегендә 1993 йылда Н. Сәлимов Ырымбур башҡорттарының «Каруанһарай» гәзитен нәшер итә.

Тиҙ арала абруй ҡаҙанған «Табын» гәзите мөхәррирен «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһына эшкә саҡыралар. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ошо баҫманың тиражын ике тапкырға тиерлек арттырыуға ирешә.

Бер монография, ике брошюра, балалар өсөн дүрт китап авторы, фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫылған тиҫтәләгән хеҙмәте донъя күргән.

1997 йылдан алып Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй. 2001 йылдан граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегенә етәкселек итә.

2011—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләне.

2015 йылдың сентябренән Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb