Зәйнәб Биишеваның «Китап» нәшриәтендә «Башҡортостандың күренекле шәхестәре» китаптар серияһы баҫтырыла башланы. Тәүгеләрҙән булып Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабичтың тормош юлына һәм ижадына арналған китаптар донъя күрҙе.
Был серияла китаптарҙы даими нәшер итеү маҡсат итеп ҡуйылған. Серияның геройҙары – яҙыусылар һәм шағирҙарҙан тыш, тарихи хәрбиҙәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә буласаҡ.