"Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе йыл да уҙғарыласаҡ

"Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе йыл да уҙғарыласаҡ

26-28 майҙа Өфөлә тәүгә “Китап байрамы” тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙасаҡ. Ул йыл да даими үткәрелеп барасаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров кисә, 6 апрелдә, ошо хаҡта указға ҡул ҡуйҙы.

Сара бер нисә урында – БР Милли китапханаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, шулай уҡ нәшриәттәрҙә һәм китап магазиндарында ойоштороласаҡ.

Төп урын – Өфөнөң  Совет майҙаны. Өс көн буйы йәрминкә сиктәрендә китап һатыу, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар, шиғыр һөйләүселәр конкурсы буласаҡ, иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса моноспектаклдәр күрһәтеләсәк.

- Был көндә йәрминкә менән бергә Денис Мацуевтың да фестивале уҙасаҡ һәм ул автобиографик китабының исем туйын үткәрәсәк.Нәшриәттәр араһында иң яҡшы йыл китабы конкурсы ла күҙаллана. Әле  йәрминкәлә илебеҙҙең һәм сит илдәр нәшерләүселәрен күберәк йәлеп итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған моделле китапханаларҙы ла күрһәтергә ниәтләйбеҙ,- ти БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Михайловна.

Был сараның маҡсаты – китап һәм ваҡытлы матбуғатты уҡыуҙы популярлаштырыу, яңы китаптар менән таныштырыу, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.

Ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Сауҙа министрлығы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb