Кино төшөрөүгә — 50 миллион һум

Кино төшөрөүгә — 50 миллион һум

Башҡортостан Республикаһының гранттар фонды, Радий Хәбировтың ҡарары буйынса, кинематография өлкәһендәге проекттарҙы ҡеүәтләү маҡсатында махсус конкурсҡа 50 миллион һум бүлде. Конкурсҡа ғаризаны коммерция нигеҙендә дәүләт ойошмаһы булмаған, йәғни ойошманың составында дәүләт органдарының учредителдәре булмаған, иҡтисади эшмәкәрлеге ОКВЭД буйынса кинематографияға бәйләнгән һәм бер йыл элек теркәлгән ойошмалар яҙа ала. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2023 йылдың 1 авгусынан алып 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Ҡағиҙәгә ярашлы, документтарҙан башҡа, ғаризаға фильмдың презентацияһын һәм сценарийын да индерергә кәрәк. Грантглавы102.рф сайтында ғаризаны бирергә һәм конкурстың положениеһы менән ныҡлап танышырға кәрәк. Еңеүселәр өсөн гранттың иң ҙур күләме 15 миллион һум тәшкил итә. Ғаризалар түбәндәге 10 йүнәлеш буйынса ҡабул ителә: 1. Тарихи һәм мәҙәни хәтер (күренекле шәхестәргә, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең тарихындағы мөһим мәҙәни һәм тарихи ваҡиғаларға, төп дәүләт байрамдары һәм иҫтәлекле даталарға бағышланған проекттар). 2. Балаларға – иң мөһим мәл тураһында (тәрбиәүи характерҙағы художестволы фильмдар). 3. Дуҫлыҡ республикаһы (милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙә мәҙәниәтте һаҡлауға ярҙам итеү тураһындағы проекттар). 4. Заманса мәҙәниәт коды (республиканың һәм уның халҡының заманса йәшәйешенә һәм уларҙың проблемаларына, уңыштарына арналған проекттар). 5. “Башҡортостан-2030” – республика киләсәктә (республиканың киләсәгенә һәм уның потенциаль үҫеш юлына арналған проекттар). 6. Әҙәби мираҫ (башҡорт әҙәбиәтен һәм драматургияһын экранға сығарыу, шулай уҡ республикалағы халыҡтарҙың әҙәбиәтен һәм драматургияһын яҡтыртыу). 7. Гражданлылыҡ (социаль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда коммерция нигеҙендә булмаған ойошмаларҙың эшмәкәрлеген асыу, социаль үҙгәрештәр барышындағы лидерҙарҙың яҙмыштары тураһындағы проекттар). 8. Геройҙар заманы (ҡатмарлы экстремаль хәлдәр ваҡытында үҙҙәрен лайыҡлы һәм ыңғай күрһәткән кешеләр һәм илһөйәрлекте популярлаштыуға йүнәлтелгән проекттар). 9. “Атайсал” – изге эштәр (үҙҙәренең кесе Ватандарының үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләр, һәм республиканан ситтә йәшәп үҙҙәренең Тыуған ерен бар яҡлап та яҡлаған, ярҙам күрһәткән кешеләр тураһында проекттар). 10. Һинең тауышың (электораль мәҙәниәтте күтәреү йүнәлешендәге проекттар). Конкурсҡа һөҙөмтәне декабрҙә сығарасаҡтар. Еңеүселәрҙең фильмдары 2024 йылдың 1 ғинуарынан төшөрөлә башлаясаҡ. Ҡыҫҡа метражлы фильмдар 2024 йылдың 31 авгусына төшөрөлөп бөтөргә тейеш, ә тулы метражлылар — 2026 йылдың 31 декабренә тиклем.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb