Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығына музей саралары циклы әҙерләнә

Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығына музей саралары циклы әҙерләнә

Билдәле көрәшсе Е. Пугачевтың, башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыу айҡанлы республика музейҙарында түңәрәк өҫтәлдәр, турнирҙар һәм конкурстар үткәрелә. Сараның төп өлөшө мәктәп һәм студенттар аудиторияһы иғтибарын йәлеп итеү өсөн сентябргә билдәләнгән.

Саралар Кинйә абыҙҙың тыуған төйәгендә лә, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ла ойошторола. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Милли музейы хеҙмәткәрҙәре Көйөргәҙе районына Кинйә Арыҫланов музейына барҙы. Сәфәр барышында Милли музей хеҙмәткәрҙәре экспонаттар менән танышты, шулай уҡ урындағы музей хеҙмәткәрҙәренә методик ярҙам күрһәтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb