«Кейеҙфест» фестивале барышында арт-симпозиум ойоштороласаҡ

«Кейеҙфест» фестивале барышында арт-симпозиум ойоштороласаҡ

Өфөлә «Ҡорама кейеҙ» Бөтә Рәсәй арт-симпозиумы барышында ҙур кейеҙ балаҫ эшләргә ниәтләйҙәр. Арт-симпозиум Рәсәй Рәссамдары союзы һәм Кейеҙ оҫталарының ижади союзы тарафынан ойошторола.

Күмәк кеше тарафынан баҫылған кейеҙ балаҫ 24 сентябрҙә Өфөлә «Кейеҙфест» фестивален ябыу тантанаһында күрһәтеләсәк. 4 – 6 ноябрҙә ул Санкт-Петербургта үткән «Новая жизнь традиций» халыҡ-ара арт-кейеҙ күргәҙмәһенә ҡуйыласаҡ.

Сарала ҡатнашыуға биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары һәм рәссамдар саҡырыла. Ғаризалар 31 авгусҡа тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына йә 8 987 242 37 39 (ватсап) телефон һандары буйынса ҡабул ителә.

14 сентябргә тиклем ижади эштәрҙең төп нөсхәләре «Ижад» күргәҙмә залына тапшырылырға тейеш (Космонавтар урамы, 22).

Арт-симпозиум «Кейеҙфест» II Республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале барышында ойоштороласаҡ. Фестиваль Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбе һәм М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы тарафынан үткәрелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb