«Каруанһарай» төркөмө солисы Мәхмүт Нәҙершин юбилейын билдәләй

«Каруанһарай» төркөмө солисы Мәхмүт Нәҙершин юбилейын билдәләй

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, оҫта музыкант һәм башҡарыусы автор Мәхмүт Нәҙершин 12 октябрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күркәм юбилей концертын уҙғара.

Мәхмүт Нәҙершин «Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?» йыры тамашасылар хәтерендә иҫтәлер, тап ошо йыр менән ул танылыу яуланы.

Сарала ошо йырҙы популяр йәш йырсылар Зилиә һәм Юлиә Бәхтиевалар башҡарыуында яңғыраясаҡ.

Концертта легендар «Каруанһарай» төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артистары Фәдис Ғәниев һәм Хәлит Фатыхов, республиканың атҡаҙанған артистары Лилиә Биктимерова һәм Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Рифат Шәрәфетдинов, «Ҡаруан» төркөмө, Зәйнетдин этно-шоу проекты, Учалы филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамбле ҡатнашасаҡ.  

 Мәхмүт Нәҙершин 1968 йылдың 19 майында Учалы районының Сураман ауылында тыуған. 1991 йылда «Драма театры һәм кино актеры» һөнәре буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Ижади эшмәкәрлеген 1995 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында «Каруанһарай» башҡорт фольклор-эстрада төркөмөндә солист булараҡ башлай. 30 йылға яҡын республиканың милли мәҙәниәтен пропагандалаған популяр төркөмдә ойошторолған көндән алып эшләй. Артист репертуарында – башҡорт халыҡ йырҙары һәм автор әҫәрҙәре.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb