Шәйехзада Бабич тыуыуына 125 йыл

Шәйехзада Бабич тыуыуына 125 йыл

Шәйехзада Бабич 1895 йылдың 2 (14) ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (Башҡортостандың хәҙерге Дүртөйлө районы) Әсән ауылында тыуған. Атаһы Мөхәмәтзакир — тыумышы буйынса Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы аҫаба башҡорто (хәҙер Мишкә районына ҡарай), әсәһе Сажидәбанат — Әсән ауылынан. 

Буласаҡ шағир тәүҙә атаһы уҡытҡан мәҙрәсәлә белем ала. Шәйехзада Бабичтың әҙәби мираҫын өйрәнеүгә, уны халыҡҡа еткереүгә күп көс һалған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙыуынса, «Китап нуры төшкән был йортта Шәйехзада күңелендә тәбиғәттән һалынған ижад дәрте иртә уяна». 

Ауылда уҡыуын тамамлап, Шәйехзада 1910 йылда Ҡаҙағстанда балалар уҡыта. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен үҙләштерә, дала фольклоры үрнәктәрен яҙып ала, үләң әйтешеп, ҡаҙаҡ аҡындары менән ярыша. 

1911—1916 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ», «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша.  1917 йылда Бабич Ырымбурҙа нәшер ителгән «Ҡармаҡ» журналы редакцияһына эшкә күсә. Халыҡтың ауыр тормош көтөүе, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә. Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. 1917 йылдың көҙөнән Башҡорт өлкә шуроһының сәркәтибе, «Башҡорт» газетаһының мөхәррире, «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһы етәксеһе. 1918 йылда Бабичтың үҙе иҫән сағында сыҡҡан берҙән‑бер баҫмаһы — «Йәш Башҡортостан» китабы нәшер ителә. Был китаптағы шиғырҙар һәм поэмалар, шағирҙың башҡа күп кенә әҫәрҙәре һымаҡ, Башҡортостан автономияһын ойоштороуға бәйле ваҡиғаларға арналған, милли‑патриотик рух менән һуғарылған. Был китапты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңынан нәшер итте. 

1918-1919 йылдарҙа башҡорт ғәскәренең хәрби корреспонденты булып эшләй. 

1919 йылдың 28 мартында ялҡынлы шағирҙың ғүмере өҙөлә. Башревкомдың типографияһын Ырымбурға күсергәндә, Йылайыр ауылында вәхшиҙәрсә һәләк ителә.  Шәйехзада Бабичтың әҫәрҙәре егерменсе быуат башы әҙәбиәтендә генә түгел, барлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихында иң күренекле урындарҙың береһен алып тора. Уның шиғырҙары, балладалары, эпиграммалары, фельетондары милләтебеҙҙең әҙәбиәт, рухиәт донъяһында мәңге юйылмаҫ тарихи эҙ ҡалдырҙы. 

Шәйехзада Бабич тыуыуына 125 йыл

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb