Йәш яҙыусылар өсөн «Асыш» әҙәби конкурсы иғлан ителде

Йәш яҙыусылар өсөн «Асыш» әҙәби конкурсы иғлан ителде

2023 йылдың 1 июленән 30 октябренә тиклем «Асыш» йәш әҙәбиәтселәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы  «Шоңҡар» һәм «Толпар» республика йәштәр журналдары ҡатнашлығында «Проза» һәм «Шиғриәт» номинациялары буйынса 18 йәштән 40 йәшкә тиклемге йәш авторҙар өсөн «Асыш» конкурсын иғлан итә. Конкурс йәш таланттарҙы асыҡлау, башҡорт һәм татар әҙәбиәтен үҫтереү, туған телдәрҙе һаҡлау маҡсатында уҙғарыла.

Конкурсҡа  киң мәғлүмәт сараларында, интернетта баҫылмаған һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнашмаған эштәр ҡабул ителә. Социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтында, блогында йәки Youtube  каналында  һәм мәктәп гәзиттәрендә баҫылған эштәр өсөн генә ташлама яһарға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb