Йәш шағирҙың китабы донъя күрҙе

Йәш шағирҙың китабы донъя күрҙе

Йәштәр араһында ихлас, эскерһеҙ ижады менән айырылып торған Артур Ғабдуллин быйыл ғына М. Аҡмулла ис. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамланы. Артур ижад диңгеҙендә ни бары өс йылдан ашыу, шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең шиғриәт кисәһен үткәреп өлгөргән, тәүге китабын ҡулына алды.

Йәш шағир үҙ уҡыусыһын тапҡан, интернет селтәрендә лә әүҙем эшләй, башҡорт эстрадаһы йырсылары уның тиҫтәләгән шиғырын көйгә һалған (йырсыларҙың да иң билдәлеләре - РНТ, Рәдиф Зарипов, Таһир Әсәҙуллин, Линар Белый, Рөстәм Хәкимов, Сабина Кучаева һ.б.), аудиокитаптары ла халыҡ күңеленә хуш килә. Шулай уҡ Артурҙың шиғырҙары татар телендә бихисап гәзит-журналдарҙа донъя күргән.

Шулай итеп, «Балан тәлгәше»н тәмләп ҡарағыҙ! Йыйынтыҡты шағирҙың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә (https://vk.com/artur_gabdullin) йә «Китап» магазинында һатып алырға мөмкин. 

Сығанаҡ: https://shonkar.rbsmi.ru/news/y-sh-sha-ir-artur-abdullindy-shi-yr-ar-kitaby-donya-k-r-e/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb