Йылайыр районы автоклубы тамашасыларҙы яңы концерт программаһы менән ҡыуандырҙы

Йылайыр районы автоклубы тамашасыларҙы яңы концерт программаһы менән ҡыуандырҙы

Йылайыр районының Сәлим ауылына күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк (автоклуб) барҙы. Матрай мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең концерт бригадаһы тамашасылар өсөн йәйге күңел асыу программаһы әҙерләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк (автоклуб) 2020 йылда бында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде. Йыр коллективы һәм автоклуб солистары барыһын да үҙҙәренең музыкаль ижады менән ҡыуандырҙы һәм халыҡҡа билдәле музыкаль композицияларҙы башҡарып, йылылыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итте. Тыуған яҡ, тормош һәм мөхәббәт тураһында йырҙар яңғыраны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb