«Ижад» күргәҙмәләр залында танылған яҙыусы һәм шағир Сергей Круль менән осрашыу үтә

«Ижад» күргәҙмәләр залында танылған яҙыусы һәм шағир Сергей Круль менән осрашыу үтә

2 август көнө, Өфөнөң «Ижад» күргәҙмәләр залында «Ҡалалағы яратҡан паркым» проекты сиктәрендә танылған яҙыусы, шағир, тыуған яҡты өйрәнеүсе, бард йырын башҡарыусы Сергей Круль менән осрашыу ойошторола.

Осрашыу «Мин Өфөлә тыуғанмын» тип атала.  Сергей Круль үҙенең билдәле романстарын йырлауҙан тыш, ҡаланың боронғо парктары тарихы менән дә таныштырырға ниәт тота.

Осрашыу Өфө, Космонавтар урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан «Ижад» галереяһы уҙасаҡ. Башлана 17.00 сәғәттә.  Инеү ирекле.

Белешмә өсөн: Сергей Круль —  «Мой отец — художник Леонид Круль», «На углу Социалистической и Бекетовской», «Богомаз», «Там, где дом моей матери», «Девушка в синем», «Рассказы о животных», «Завещание помещицы» китаптары, шиғри йыйынтыҡтар авторы.  Ул бигерәк тә «Мин Өфөлә тыуғанмын» тигән йыры менән  ҙур танылыу яуланы, ул, күпселек өфөләрҙең фекере буйынса, ҡаланың рәсми булмаған гимны һанала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb