Истанбулда Халыҡ-ара төрки кино фестивалендә «Етегән» фильмы ҡатнаша

Истанбулда Халыҡ-ара төрки кино фестивалендә «Етегән» фильмы ҡатнаша

“Татар-информ” мәғлүмәт агенлығы хәбәр итеүенсә Истанбулда Халыҡ-ара төрки кино фестивале башланды. Фестивалдә Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Төркиәнән, Төньяҡ Кипрҙан, Үзбәкстандан кинотаҫмалар тәҡдим ителгән. Рәсәйҙән Башҡортостан һәм Татарстан картиналары ҡатнаша.

Башҡортостандан «Етегән» фильмы төрки донъяһына күрһәтеләсәк.

Картинаның режиссеры — Айсыуаҡ Йомағолов, идея авторы, ҡуйыусы оператор һәм продюсер—  Рияз Исхаҡов. Фильм ете ҡыҙ легендаһына һәм «Таштуғай», «Алпамыша», «Маһисәрүәр», «Бала ҡарға» кеүек халыҡ йырҙарына нигеҙләнеп төшөрөлгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb